ШТОКМАН Георгий фон, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1739). Ихтилалды (1747) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығында ландмилиция ҡарамағында хеҙмәт итә. 1742 й. июленән Ырымбур экспедицияһында (1734–44) ҡатнаша, уның барышында Ырымбур ҡ. нигеҙ һалыуға һәм төҙөүгә етәкселек итә. 1747 й. Ырымбур губернаторы И.И.Неп­люев приказы б‑са типтәрҙәр һәм бобылдәр ихтилалын баҫтырыу өсөн хөкүмәт командаһына (1750 кеше) етәкселек итә. Уҫы даруғаһында хәрәкәт итә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин