ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич (6.10. 1891, Өфө — 24.5.1970, шунда уҡ), педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Пед. ф. канд. (1954). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1917). 1920 й. алып Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тының уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са про­ректоры, 1924 й. башлап Өфө физика ин‑тының биология бүлеге, 1929 й. — Һамар пед. ин‑тының тәбиғәт бүлеге мөдире. 1933 й. алып Ульяновск пед. ин‑тында эшләй (1936—38 йй. биология ф‑ты деканы). 1942 й. башлап Йоматау умартасылыҡ техникумының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1943—61 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре авитаминоз проблемалары­на, генетикаға, зоологияға һәм уны пед. вуздарында уҡытыу методикаһына арналған. Ш. Халыҡ мәғарифы ин‑тын (1919— 20), зоология музейын, Башҡорт дәүләт университетының экскурсия биол. станцияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан.

Хеҙм.: Вырождение и евгеника. М.; Л., 1927.

Әҙәб.: Штехер С.Г., Брылёва С.Я. Г.Г.Штехер (1891—1970). Уфа, 2009.

П.И.Фёдоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина