ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович (15.3.1919, Одесса ҡ. – 2.6. 1973, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса элемтә инженерҙары ин‑тын тамамлаған. 1942 й. алып Үзбәк ССР‑ының Радиотрансляция селтәрҙәре дирекцияһында эшләй: Сурхан‑Даръя филиалы дир., 1945 й. башлап респ. радио оҫтаханалары, 1946 й. – радиоузел төҙөү б‑са проект‑төҙөлөш төркөмө нач., 1947 й. – директор. 1949 й. алып СССР Элемтә министрлығының Башҡ‑н идаралығында: Радиотрансляция селтәрҙәре дирекцияһында нач., 1953 й. июле – 1956 й. май­ында баш инженер, 1953 й. ғин.–июлендә Төҙөлә башлаған телеүҙәк дирекцияһының (1959 й. Радиорелелы линиялар һәм телеви­зион станциялар дирекцияһына үҙгәртелә) проект төркөмөндә өлкән инженер, 1956 й. башлап дир., 1964 й. — Башҡ‑н телеви­зион үҙәге начальнигы. 1969 й. алып БАССР МС эргәһендәге ТВ һәм радио тапшырыуҙар ком‑тының радиотелеүҙәге директоры. “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы бинаһында эшләгән һәүәҫкәр телевизион үҙәк (1953–57) эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Хеҙмәт Ҡы­ҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966).

Әҙәб.: Валеева А.А.Телевидение—жизнь моя. Уфа, 2008.

В.Э.Штейнберг

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов