ШТЕЙНБЕРГ Исаак (Исаак‑Нахман) Захарович (13.7.1888, Витебск губ. Динабург ҡ. — 2.1.1957, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), революция хәрәкәте эшмәкәре. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Гейдельберг ун‑тын тамамлаған (Германия, 1910). 1911 й. алып Мәскәүҙә присяжный ярҙамсыһы, 1915 й. ғин. “Наша жизнь” (“Беҙҙең тормош”) оппозиция журналы мөхәррире булараҡ ҡулға алына һәм Өфөгә һөргөнгә ебәрелә. 1917 й. Өфө һәм Өфө губернаһы һул эсерҙары лидерҙарының береһе, Өфө йәһүд общинаһының активисы. Өфө губ. йәмәғәт ойошмалары ком‑ты (ҡара: Йәмәғәт именлеге комитетта­ры), Өфө эшсе һәм һалдат депутаттары советы һәм Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы башҡарма ком‑ттары ағзаһы, ҡала думаһы гласныйы. Апрелдә Өфө губ. земство реформаһын әҙерләү б‑са вәкил итеп тәғәйенләнә. Май айында партияның 3‑сө съезында эсерҙарҙың губ. ойошмаһының мәнфәғәттәрен яҡлай һәм һул эсерҙарға ҡушыла. Сентябрҙә Рәсәй республикаһының Ваҡытлы советы ағзаһы итеп һайлана. Властың Советтарға күсеүе, Беренсе донъя һуғышын кисекмәҫтән туҡтатыу һәм Рәсәйҙең унан сығыуы һ.б. өсөн сығыш яһай. Октябрҙә Өфө губерна революцион комитеты составына инә. Ноябрҙә Өфө округы б‑са эсерҙар партияһынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына депутат, Һул социал-революционерҙар (интернационалистар) партияһының 1‑се Ойоштороу съезында ҮК ағзаһы итеп һайлана. 12 дек. Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарары м‑н Рәсәй Совет республикаһының юстиция халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә, 1918 й. 15 мартында Брест килешеүенә протест йөҙөнән вазифаһынан баш тарта. 1919 й. февр. Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссия­һы органдары тарафынан ҡулға алына, майҙа өйҙәге тотҡонлоҡҡа күсерелә. 1923 й. Вена Интернационалы эшендә ҡатнашыу өсөн сит илгә сыға, Рәсәй гражданлығынан мәхрүм ителә. Германияла, Англияла, АҠШ‑та йәшәй. 1930 йй. уртаһынан йәһүд халҡының дәүләтселеге һәм этик социализм мәсьәләләрен өйрәнә. 15 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Дневник социалиста‑революционера. Уфа, 1917; Почему мы против Брестского мира? М., 1918.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин