“БАШИНФОРМСВЯЗЬ”, ААЙ. Телефон элемтәһе, телеграммалар ебәреү, телевидение һәм радио аша тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: 15 филиал (ҡала, район һәм эксплуатация-техник элемтә үҙәктәренең 67 цехын берләштерә), Респ. радио һәм телевидение тапшырыуҙары үҙәге, “Спутник” респ. производство-коммерция үҙәге, “Связист” шифахана-профилакторийы. 2010 й. 7500‑ҙән ашыу кеше эшләгән. 1930 й. БАССР‑ҙың Элемтә идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1964 й. алып БАССР‑ҙың Элемтә производство-техник идаралығы, 1990 й. — БР “Россвязьинформ” берекмәһенең дәүләт элемтә һәм информатика пр‑тиеһы, 1992 й. —«“Б.” фирмаһы» ААЙ, 2003 й. хәҙ. исемен, 2015 й. хәҙ. статусын йөрөтә. 1934 й. беренсе автоматик телефон станцияһы файҙаланыуға тапшырыла; 1989 й. оҙонлоғо 150 км булған Рәсәйҙә тәүге эксперименталь Өфө—Стәрлетамаҡ сүсле-оптик элемтә линияһы сафҡа индерелә; 1992 й. “Башнет” респ. мәғлүмәт тапшырыу селтәре, 1998 й. респ. пейджинг элемтә системаһы булдырыла. “Б.” м‑н Ғ.М.Мөлөков, А.Ш.Әхмәтов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Р.Сафиев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика