ШТЕЙНБЕРГ Валерий Эмануилович (1.5.1944, Термез ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980), пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1979), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). Э.С.Штейнбергтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу ҒТИ‑ның Урал филиалында (Өфө) эшләй: 1973 й. алып өлкән инженер, 1975 й. — төп инженер, 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1984 й. — ғилми‑тикшеренеү секторы начальнигы. 1988 й. башлап “Ритм” Өфө ҡала фәнни‑техник йәштәр ижады үҙәгенең патент бүлеге мөдире. 1990 й. алып “Майевтика—XXI” инновациялы ғилми үҙәгендә (Өфө): фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1991 й. башлап дирек­тор. 1992 й. алып Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тында: белем биреү системаларын һәм процестарын проектлау технологияһы каф. мөдире, 1996—98 йй. фәнни‑техник эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 1999 й. башлап БДПУ‑ла: 2007 й. алып “Педагогический журнал Башкортостана” (“Башҡортостандың педагогик журналы”) ж. ғилми мөхәррир—баш мөхәррир урынбаҫары, 2015 й. — ғилми консультант, бер үк ваҡытта 2008 й. башлап фәнни эштәр һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр идаралығының баш белгесе. Фәнни тикшеренеүҙәре үлсәү техникаһын эшләүгә, проф.‑пед. белем биреүҙә педагогика, дидак­тик дизайн һәм сағыштырма муз. тыңлау технологияһы проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уй­лап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Крылья профессии — введение в технологию проектирования образовательных систем и процессов. Уфа, 1999; Дидактическая многомерная техно­логия + дидактический дизайн. Уфа, 2007; Теория и практика дидактической многомерной технологии. М., 2015.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина