ШТЕГМАН Вильгельм Христианович (1866, Лифляндия губ. Пернов ҡ. — 1942, Өфө), пианист, органсы, педагог. Штутгарт консерваторияһын тамамлағандан һуң (Германия, 1892; орган класы б‑са педагогы И.Файст, фп. — Д.Прукнер) Псков, Ҡазан ҡҡ. концерт һәм пед. эшмәкәрлек алып барған. 1916 й. башлап Өфөлә: Урыҫ музыка йәмғиәтенең Өфө бүлексәһендә, 1922 й. алып Башҡорт музыка уч‑щеһында, бер үк ваҡытта 2‑се баҫҡыс Беренсе Дәүләт музыка мәктәбендә (ҡара: Музыка мәктәбе №1) музыка кластары уҡытыусыһы. Башҡарыу сәнғәте виртуоз техника, әҫәрҙең төп идеяһына үтеп инеү тәрәнлеге м‑н айырылып торған. Ш. репертуарына урыҫ (С.В.Рахманинов, С.И.Танеев, П.И.Чайковский һ.б.) һәм сит ил (И.С.Бах, Л.Бетховен, Ф.Мендельсон, Ф.Шуберт һ.б.) композиторҙары әҫәрҙәре ингән. Республикала фп. класы б‑са тәүге педагогтарҙың береһе; башҡорт фп. сәнғәте үҫешенә өлөш индергән. 20‑се йй. Башҡорт музыка техникумында М.И.Андр­жеевская, С.А.Попов, А.Чернов-Шер һ.б. м‑н бергә камера концерттарында ҡатнашҡан. Уҡыусылары араһында Е.Н.Крылова, БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре М.А.Черданцева, С.Г.Эйдинов бар.

Әҙәб.: Троицкая Л.Н., Ахмадиева Р.Р. Уфимское училище искусств. Уфа, 1992.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова