ШТАМПЛАУ, машиналар эшләүҙә металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, деталь йәки уның әҙерләмәһе сығанаҡ әҙерләмәне штамп ярҙамында пластик деформациялау юлы м‑н яһала. Сығанаҡ әҙерләмәнең төрө б‑са күләмле һәм табаҡлы; әҙерләмәнең һәм штамптың йылыныу т‑раһы һәм деформацияланыу тиҙлеге режимы б‑са – юғары т‑ралы, йылы, һалҡын килеш һәм изотермик Ш.; ҡулланылған сүкеү‑штамплау ҡорамалдары б‑са кривошиплы, гидравлик, электр винтлы престарҙа, һалҡын килешултыртыуавтоматтарында,штамплау сүкештәрендә һәм махсус ҡорамалдарҙа Ш. айырыла. Махсус төрҙәре: эластик мөхиттәрҙә, импульслы, электромагнит юл м‑н штамплау һ.б. Юғары етештереүсәнлекте һәм деталдең тей­ешле механик үҙсәнлектәр алыуын тәьмин итә. Машиналар эшләүҙә сериялы һәм күпләп етештереүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда металдарҙы Ш. процестарын өйрәнеү 20 б. 60‑сы йй. башлап Авиация техник университетында, 80‑се йй. уртаһынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында (А.Г.Ермаченко, О.Ә.Ҡайбышев, Г.А.Салищев, М.А.Семаков һ.б.) алып барыла. 60‑сы йй. аҙ. башлап “Автонормаль” ААЙ‑нда беркетеү изделиеларын етештереү өсөн һал­ҡын килеш күләмле Ш., 70‑се йй. аҙ. алып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә титан иретмәләренән деталдәрҙе үтә һығылмалылыҡ эффектын ҡулланып күләмле изотермик Ш. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Сүкеү-штамплау технологиялары.

В.М.Грешнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов