ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш идаралығы бригадиры; 1945—72 йй. 36‑сы ПТУ‑ла мастер (бөтәһе лә — Белорет ҡ.). Белорет металлургия комбинатында 150‑се прокатлау цехы станын төҙөүҙә ҡатнаша. СССР МС‑ы пр. лауреаты (1985). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар дуҫлығы (1980) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. А.Н.Күсеев