ШТАБЕЛЬ Альфред Артурович (3.9. 1926, Һамар ҡ. – 6.11.2002, Өфө), график. БР‑ҙың халыҡ (2002), БАССР‑ҙың атҡ. (1976) рәссамы. Журналистар союзы (1958), Рәссамдар союзы (1974) ағзаһы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы Я.С.Хаст). 1957–87 йй. “Һәнәк” ж. художество мөхәррире. Сатирик графика үҫешенә ҙур өлөш индергән. Художестволы тасуирлау йәһәтенән сағыу, замана рухына тап килгән карикатуралар, плакаттар, шарж­дар, китапҡа иллюстрациялар авторы (“Еңеү автографы”, 1985, ҡағыҙ, гуашь; “Озон уйымдары”, 1993, ҡағыҙ, тушь, ҡауырһын). Шулай уҡ эстамп (“Бакенсы”, 1983, автолитография), рәсем сәнғәте (“Николай Островский тимер юл төҙөлө­шөндә”, 1955; ҡайһы бер пейзаждары һәм портреттары) өлкәһендә эшләгән. 1960–90 йй. ”Вечерняя Уфа”, “Правда” (“Хәҡиҡәт”), “Известия” (“Хәбәрҙәр”), “Советская Россия” (“Совет Рәсәйе”) гәз., “Крокодил”, “Огонёк” (“Сатҡы”; бөтәһе лә – Мәскәү), “Перец” (“Борос”; Киев), “Чаян” (“Саян”; Ҡазан) журналдары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек иткән. 1948 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1973, 2001), Мәскәү (1983). Эштәре БДХМ, Эске эштәр министрлығы музейы, Н.А.Островский ис. дәүләт музейы – “Преодоление” гуманитар үҙәге (Мәскәү) коллекцияларында һаҡлана. Респ. йәштәр фестивале лауреаты (Өфө, 1957).

Әҙәб.: Альфред Штабель. Зигзаги века. Сатирическая графика. Политический плакат: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2001.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова