ШРАМЧЕНКО Павел Платонович, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1876). Дворяндарҙан. Нежин юридик лицейын (Чернигов губ.) тамамлағандан һуң Киев хәрби губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә: 1855 й. алып столоначальник ярҙамсыһы, 1865 й. — өлкән столоначальник. 1866 й. башлап Дәүләт канцелярияһында (С.‑Петербург), 1869 й. — С.‑Петербург төрмәләр попечителлеге ком‑ты директоры. 1880 й. апр. — 1881 й. нояб. Өфө губернаторы. Өфө губернаһында күскенсе крәҫтиәндәргә ер биреү м‑н шөғөлләнгән. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир (1879), 2‑се (1865) һәм 3‑сө (1859) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. М.Х.Хужин