ШРАГЕР Дмитрий Степанович (Давид Соломонович; 6.9.1919, Иркутск губ. Баргузин ҡ. — 7.3.2009, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1969). 1968—69 йй. Моссовет ис. Мәскәү театрында стажи­ровка үткән (етәксеһе Ю.А.Завадский). 1951—68 йй. Воркута, Вышний Волочёк, Нальчик, Ульяновск, Ҡурған ҡҡ. театрҙары актёры, 1969 й. алып Шадринск драма театрының баш режиссёры. 1971—87 йй. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрының баш реж., 1988—89 йй. актёры, 1994—95 йй. художество етәксеһе.

Ш. ижадының төп темалары — ватандаш‑замандаштарҙың тормошо, йәмғиәттең әхлаҡи‑этик һәм соц. проблемалары. Режиссёрҙың Стәрлетамаҡ урыҫ драма театры сәхнәһендә ҡуйған спектаклдәре идея‑художестволы бөтөнлөк, гражданлыҡ йүнәлешенең киҫкенлеге м‑н айырылып торған: Н.П.Анкиловтың “Тол ҡалған һалдат ҡатыны” (“Солдатская вдова”), М.А.Шолоховтың “Тымыҡ Дон” (“Тихий Дон”) романы б‑са ш. уҡ исемле, Б.Л.Васильевтың “Ә таңдар бында ты­ныс...” (“А зори здесь тихие...”) повесы б‑са ш. уҡ исемле, Н.В.Думбадзеның “Мәңгелек ҡануны” (“Закон вечности”) ро­маны б‑са ш. уҡ исемле, А.В.Чхаидзеның “Ирекле тема” (“Свободная тема”) һ.б. спектаклдәр. “Иркутск хикәйәһе” (“Иркут­ская история”; А.Н.Арбузов), “Валентин менән Валентина” (“Валентин и Валентина”; М.М.Рощин), “Һөйгәндәрегеҙ менән айырылмағыҙ” (“С любимыми не расставайтесь”; А.М.Володин) спектаклдәре — лиризм, тәрән аҡыллылыҡ, кешенең йәшерен кисерештәрен асыу эскерһеҙлеге; “Ханума” (А.А.Цагарели), “Мөхәббәт һәм күгәрсендәр” (“Любовь и голуби”; В.П.Гуркин) спектаклдәре ихлас юмор м‑н һуғарылған. А.Х.Абдуллин [“Ун өсөнсө председатель” (“Тринадцатый председа­тель”)], А.В.Вампилов [“Былтыр йәй Чулимскиҙа” (“Прошлым летом в Чулимске”)], А.И.Гельман [“Беҙ, түбәндә ҡул ҡуйыусылар” (“Мы, нижеподписавшиеся”), “Бөтәһе менән бер үҙе” (“Наедине со всеми”)] драматургияһына тәү башлап мөрәжәғәт иткән Рәсәй режиссёрҙарының береһе. 1948 й. репрессиялана, 1951 й. азат ителә. 1987 й. аҡлана.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова