“БАШИНФОРМ”, мәғлүмәт агентлығы, ААЙ. Сәйәси, иҡт., соц.‑мәҙәни һ.б. характерҙағы мәғлүмәт әҙерләй һәм тәҡдим итә. Өфөлә урынлашҡан. Модем‑компьютер элемтәһе ярҙамында көн һайын урыҫ, башҡ. һәм инглиз телдәрендә базалы мәғлүмәт сығарылышын тарата; матбуғат конф. үткәрә. Өфө полиграфкомбинаты м‑н берлектә “Версия” серияһында бер нисә китап сығара. “Б.” “РИА Новости”, “Интерфакс” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлыҡтарын, РФ‑тың Милли яңылыҡтар хеҙмәтен, респ. баҫмаларын, Волга буйы, Урал мәғлүмәт агентлыҡтарын, үҙәк, яҡын һәм алыҫ сит ил киң мәғлүмәт сараларын материалдар м‑н тәьмин итә. “Версия”, “Курьер” гәз., “Общественная электронная газета”һын (“Йәмәғәт электрон гәзите”) ойоштороусы. 1992 й. “Версия” гәз. нигеҙендә БР‑ҙың “Версия” респ. мәғлүмәт‑хоҡуҡ агентлығы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып “Б.” дәүләт мәғлүмәт‑хоҡуҡ агентлығы, 1995 й. — “Б.” дәүләт мәғлүмәт агентлығы, 2002 й. хәҙ. статусын ала.

А.Ф.Шакиров

Текст на русском языке

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Яндекс.Метрика