ШӨҒӘЙЕПОВ Вәкил Шакир улы (29.8.1936, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Әлкә а. — 28.6.2017, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), милли музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1988). Ҡазан художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1963) 77‑се урта мәктәптең рәсем һәм һыҙым уҡытыусыһы, 1966 й. алып Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1981—92 йй. Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенең Башҡ‑н эксперименталь производство комб‑тында ҡурай яһау оҫтаһы, 1997—2000 йй. Халыҡ ижады үҙәгенең (бөтәһе лә — Өфө) музыка ҡоралдары яһау оҫтаһы. 1976 й. Ш. тара­фынан респ. тәүге тапҡыр юнылған шпондан ҡурай яһау технологияһы эшләнә (1979 й. авторлыҡ таныҡлығы алған). 1980 йй. башлап думбыраны (1998 й. патент алған), 1995 й. — ҡыл ҡумыҙҙы реконструкциялау һәм яһау м‑н шөғөл­ләнгән. Ш. яһаған ҡоралдар Милли музейҙа, М.И.Глинка ис. Дәүләт үҙәк муз. мәҙәниәт музейында (Мәскәү), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана. РФ Хөкүмәтенең “Рәсәй рухы” (“Душа России”) пр. (2013), “Оҫта — алтын ҡулдар” Респ. конкурсы (Өфө, 2004) лауреаты. Ш. тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да “Вәкил оҫта” (“Мастер Вакиль”; 1992, Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография ин‑ты к\ст; сценарисы һәм реж. А.Ш. Хужәхмәтов, операторы Л.А.Мешков) документаль фильмы төшөрөлә.

Әҙәб.: Ш ә к ү р Р. Тылсым эйәһе //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996; Х а ф и з о в М.М. Яҙмышыма яҙғаны. Өфө, 2006.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов