ШОРТ‑ТРЕК (ингл. short trak, һүҙмә‑һүҙ — ҡыҫҡа юл), конькиҙа шыуыу спорты төрө, хоккей майҙансығында билдәләнгән ҡыҫҡа овал ябыҡ юлда йүгереү. Күпбәйгелә, айырым дистанцияларҙа һәм эстафетала ярыштар айырыла. Башҡортостанда Ш.‑т. 1987 й. Өфөләге 1‑се СДЮСШОР‑ҙа Ш.‑т. бүлексәһе асылыуға бәйле үҫешә (тренеры Е.Е.Мельчаков). Өфөлә РСФСР (1990) һәм Рәсәй (2006) кубоктары, Рәсәй чемпионаты (1999), үҫмер спортсылар (2000), үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар (2003—05, 2009) араһында Рәсәй беренселектәре үткәрелә. Респ. Ш.‑т. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры А.И.Максимов була (1991). Халыҡ‑ара ярыштарҙа Б.Р.Вәлиуллин, С.А.Елистратов, Р.А.Захаров, Д.А.Мигунов, Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастерҙары В.С.Кургинян, Д.Н.Мясников, Ю.Ю.Чачина юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Олимпия уйындарында ҡатнашыу­сылар — Кургинян (2006), Елистратов һәм Захаров (икеһе лә — 2010), Елистратов, Захаров, Мигунов (бөтәһе лә — 2014). Респ. олимпия резервы спорт мәктәбе №1 Ш.‑т. бүлексәһе бар, унда 230‑ҙан ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 2004 й. алып БР Ш.‑т. федерацияһы эшләй. Ш.‑т. м‑н тренерҙар В.К.Кяк, Е.Е.Мельчаков (бөтә Рәсәй категориялы судья), А.Ә.Тимербулатов (халыҡ‑ара категориялы судья) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Е.Е.Мельчаков

Тәрж. Г.А.Миһранова