ШОРОХОВ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 7 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 104 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 30 кеше; 1939 — 78; 1959 — 169; 1989 — 130; 2002 — 137; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1920 й. Бөрө өйәҙендә алпауыт П.Г.Мамыкин усадьбаһы (19 б. аҙ. алып билдәле) урынында З.К.Шорохов иҫтәлеге коммунаһы булараҡ нигеҙ һалына. 30‑сы йй. башлап Шороховка утары булараҡ иҫәпкә алынған, 50‑се йй. башлап хәҙ. исе­мен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев