ШОРНИКОВ Дмитрий Владимирович (24.11.1961, Өфө), спортсы. Химия ф. канд. (1991). Спорт туризмы б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2005), бөтә Рәсәй категориялы судья (2012). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлаған (1984). ӨДНТУ‑ның “Урал” туристик клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры С.П.Алопин). Рәсәй чемп. (2002, 2005, 2018), донъя чемпионатының көмөш призёры (2017), Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2003). ӨДНТУ‑ның “Урал” туристик клубы рәйесе (1997 й. алып), бер үк ваҡытта БР Йәйәүле туризм федерацияһы рәйесе (2001 й. алып) һәм БР Спорт туризмы федерацияһы президенты (2007 й. алып).

Тәрж. Г.А.Миһранова