“ШОҢҠАР”, йәштәрҙең ижт.‑сәйәси, әҙәби‑нәфис журналы. Ойоштороусыһы — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт са­ралары агентлығы. Өфөлә айына 1 тапҡыр (2007 й. авг. тиклем — 2 айға 1 тапҡыр) башҡорт телендә сыға. 1991 й. июненән “Ағиҙел” ж. эсендәге журнал булараҡ нәшер ителә, 1993 й. нояб. башлап үҙ аллы альманах, 1994 й. ғин. хәҙ. статусын ала. Тиражы — 8 мең дананан ашыу (2010). Журнал биттәрендә соц.‑сәйәси тематикаға, йәштәрҙе тәрбиәләү, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау проблемаларына арналған материалдар баҫыла; художестволы әҫәрҙәр донъя күрә. Рубрикала­ры: “Ижтимағи мөнбәр”, “Йәштәр сәйәсәте”, “Сәсмәүер”, “Илһам”, “Ҡараш” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: Т.Ҡарамыш (1994 й. алып), Ә.М.Әминев (1998 й. алып), И.Ә.Теләүембәтов (2002 й. алып), А.Р.Юлдашбаев (2008 й. алып), М.С.Ҡунафин (2012 й. алып).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов