“БАШИНКОМ” фәнни-ғәмәлгә индереү предприятиеһы, ЯСЙ. Органик ашламалар, һаҡлау саралары һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр (бионекс, гуми, гумиоми, фитоспорин, эзбиз-гуми), тупраҡ-грунттар; малсылыҡтың (ш. иҫ. ҡошсолоҡтоң) етештереүсәнлеген күтәреү өсөн мал аҙығы өҫтәмәләре; быраулау эретмәләре өсөн һүндергестәр һәм реагенттар; ҡатнашмалар яһау, үтә ныҡ ваҡлау, гомогенизациялау һәм эмульсиялау өсөн технологик ҡорамалдар етештерә; ландшафт дизайны м‑н шөғөлләнә. Пр‑тие тарафынан сәнәғәт ҡалдыҡтарын үтилләштереү технологияһы эшләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1991 й. нигеҙ һалына. Составы: фасовкалау цехы (2000 й. нигеҙләнгән, Өфө), гумин препараттары з‑ды (1996 й., Күмертау). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.