ШОҢҠАР, ә т ә л г е (Falco rusticolus), ыласын һымаҡтар отрядының ыласындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның һәм Төньяҡ Американың арктик, субарктик, һирәгерәк уртаса бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50— 63 см, ата Ш. ауырлығы 0,8—1,3 кг, инә ҡоштарҙың — 1,4—2,1 кг, ҡанат йәйеме 126—160 см. Ҡауырһыны ҡара (һирәк осраҡта ҡара таптар м‑н сыбарланған аҡһыл) төҫтә, түшендә, ҡорһағында буйға һуҙылған ҡара‑сыбар таптар, ян‑яғында эре арҡыры һыҙыҡтар бар. Башы ҙур, йомро. Суҡышы ырғаҡҡа оҡшаған. Ҡанаттары киң, остары бер аҙ тупаҡланған. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Енси диморфизм хас: инә ҡош эрерәк һәм ҡарараҡ. Моногам. Ш. ҡоҙғондарҙың, йыртҡыс ҡоштарҙың (диңгеҙ бөркөтө, сүсәнде) ағастарҙағы, геодезия вышкаларындағы, йылға буйы ҡаяларындағы иҫке ояларын биләй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ҡуйы ҡыҙыл кирбес төҫөндәге төрткөләр булған тоноҡ аҡ 2—4 йомортҡа була. Инә ҡош 28—29 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Имеҙеүселәр (ҡуяндар, ҡыр сысҡандары, леммингтар), ҡоштар (ағуналар, аҡсарлаҡтар, көйөлдөләр, өйрәктәр), ш. иҫ. эре ҡоштар (ҡаҙҙар, торналар), м‑н туҡлана. Тундрала, урманлы тундраның һирәк урмандарында, ҡаялы тауҙарҙа, һирәкләп далаларҙа йәшәй. БР‑ҙа көҙгө‑ҡышҡы күсештәре ваҡытында Бәләбәй, Өфө, Шишмә р‑ндарында, Башҡорт ҡурсаулығында осрай. РФ‑тың һәм БР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова