ӘБҮТАЛИП, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 615; 1939 — 616; 1959 — 472; 1989 — 344; 2002 — 303; 2010 — 261 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1764 й. керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Үректе а. мишәрҙәре нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Әбүталип Хәлилов исеме м‑н аталған. 1795 й. 14 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. 64 йортта — 393 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек, бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов