ӘБҮС [ысын исеме Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы; 27.12.1904, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 12.1.1974, Өфө], шағир, журналист. Ырымбур башҡорт (1923–28) һәм Өфө пед. (1928–29) техникумдарында уҡый. 1930 й. алып “Ударсы” Учалы район гәз., 1934 й. – “Һәнәк” ж. яуаплы секретарь. 1936 й. милли контрреволюцион ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына, 1942–46 йй. һәм 1949–55 йй. һөргөндә була. 1957–65 йй. Өфөлә эшләй. 1928–30 йй. ваҡытлы матбуғатта тормоштоң нигеҙе һәм йәмғиәттең әхлаҡи терәге булған хеҙмәткә дан йырлаған, бюрократлыҡты һәм әҙәбиәттәге яһалмалылыҡ­ты тәнҡитләгән “Йәшлек ялҡыны”, “Көрәш йылдары”, “Лирик һыҙмалар”, “Төрлөләр” шиғырҙар шәлкемдәре баҫылып сыға. Баҫылмаған “1925–26 йылдарҙағы минең әҙәби платформам хаҡында иҫтәлектәр” мемуарҙары һәм “Дауыл йыры” шиғырҙар йыйынтығы авторы.Ә. әҫәрҙәренең күпселеге теүге тапҡыр 90–сы йй. баҫылып сыға.

Ә ҫ ә р ҙ.: Урал мөхәббәте: шиғырҙар, поэмалар, хаттар. Өфө, 1998.

Әҙәб.: Н а с ы р о в Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. Өфө, 1997.

Р.Х.Насиров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов