ӘБҮБӘКЕРОВ Риза Вәхит улы [10.10.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Күҫәләр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 10.7.1938], дәүләт эшмәкәре. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. уҡыған (1925—27). 1919—21 йй. Дыуан кантонында эшләй. 1928 й. алып РСФСР Мәғариф ХК‑ның милли мәктәптәр б‑са инспекторы, 1929 й. — “Башҡортостан” гәз. хеҙм‑ре, 1930 й. — БАССР мәғарифының халыҡ комиссары, 1936 й. — ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында фән, мәктәптәр һәм сәйәси ағартыу бүлеге мөдире. Ә. етәкс. республикала дөйөм башланғыс белем индерелгән, башҡорт һәм татар мәктәптәрендә латин алфавитына күсеү тормошҡа ашырылған, башҡорт мәктәптәре өсөн дәреслектәр эшләнгән, халыҡтың наҙанлығын бөтөрөүб‑са эш башланған. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана.

А.Ф.Илтенбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина