ӘБҮБӘКЕР, Б а ш ҡ о р т А т и н г ә н е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 74 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 304 кеше; 1920 — 286; 1939 — 283; 1959 — 346; 1989 — 508; 2002 — 607; 2010 — 640 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. 30‑сы йй. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Аҡназар, Ҡаҙырша (хәҙ. Йылайыр р‑ны), Ҡарһы‑Ҡолсомбай һәм Килсенбай аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Башҡорт‑мишәр ғәскәре яҫауылы Әбүбәкер Хоҙайназаров исеменән алынған. 2‑се исеме легендаға бәйле, йәйләүҙәюғалған ат ошо ауылда табылған. 1866 й. 28 йортта 179 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ҡ.Әлибаев, Х.М.Сынбулатов ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев