ШОБУХОВА Лилиә Булат ҡыҙы (13.11.1977, Белорет ҡ.), спортсы. Еңел атлетика б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2009). Магнитогорск пед. ун‑тын тамамлаған (2000). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Белорет; тренерҙары Е.Г.Сенченко, Т.В.Сенченко). Экиден б‑са (2001—02), 5000 м (2002, 2005, 2008), 10000 м (2009) йүгереүҙә Рәсәй чемп., 3000 м (2005) һәм 1500 м (2006) йүгереүҙә Рәсәй кубоктарын яулаусы, 5000 м йүгереүҙә Донъя кубогының һәм Европа чемпионатының көмөш призёры (2006), 1 миляға йүгереүҙә АҠШ‑та халыҡ‑ара ярыштар (Нью‑Йорк ҡ., 2008), Чехияла (Прага, 2007) һәм АҠШ‑та (Филадельфия ҡ., 2008) ярым марафондар, АҠШ‑та (Чи­каго ҡ., 2009—11) һәм Бөйөк Британияла (Лондон, 2010) марафондар еңеүсеһе; бинала 3000 м йүгереүҙә Рәсәй чемп. (2005—06) һәм донъя чемпионатының көмөш призёры (2006); команда зачётында Европа кубоктарын яулаусы (2005—06). Бинала 3000 м йүгереүҙә донъя (2006), 5000 м йүгереүҙә Европа (2008), марафонда Рәсәй (2011) рекордсыһы. Олимпия уй­ындарында ҡатнашыусы (2004, 2008, 2012). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2001—12). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2008).

Тәрж. Г.А.Миһранова