ӘБСӘЛӘМОВА Әминә Ғәбделәхәт ҡыҙы (17.8.1958, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Иҫке Турай а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2008), РФ‑тың почётлы мәғариф тармағы хеҙм‑ре (2017). Адыгей пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (Майкоп, 1985) БДПУ‑ла эшләй: 1995—96 йй. мәктәпкәсә педагогика һәм психология ф‑ты деканы урынбаҫары, 2005 й. алып Пед. ин‑тының мәктәпкәсә педагогика каф. мөдире. 2011 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. ҒТИ‑нда баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре мәктәпкәсә белем биреү белгестәрен әҙерләүҙе модернизациялау про­блемаларына һ.б. арналған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Развитие межнациональных отношений студенческой молодёжи. М., 2017.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина