ШМИДТ Алексей Викторович (27.7. 1894, Лифляндия губ. Тарту ҡ. — 26.4.1935, Ленинград), археолог, шәрҡиәтсе. Импера­тор Петроград ун‑тын тамамлаған (1916). 1917 й. алып Пермь ун‑тында, бер үк ваҡытта 1920 й. башлап Пермь тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләй. 1922 й. алып А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тында, 1923 й. — СССР ФА Антропология һәм этнография музейында (бүлек мөдире), 1929 й. башлап Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. (икеһе лә — Ленинград), бер үк ваҡытта ЛДУ‑ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре фин-уғыр ҡәбиләләренең формалашыу проблемаларына, Урал халыҡтары сәнғәтенә һ.б. арналған. 1928 й. Ағиҙел һәм Өфө йй. басс. археологик ҡомартҡыларҙы (Бахмут ҡәберлеге, Ҡара Абыҙ ҡаласығы, Сандар ҡаласығы һ.б.) ҡаҙыуҙы башҡарған СССР ФА Башҡортостан комплекслы экспедицияһының палеон­тология ярым отрядына етәкселек иткән. Ш. тарафынан Башҡортостан терр‑яһындағы археологик мәҙәниәттәрҙе классифи­кациялау методикаһы эшләнгән һәм улар айырып күрһәтелгән. 30‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте ағзаһы, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең почётлы ағзаһы.

Х е ҙ м.: Археологические изыскания Башкирской экспедиции Академии наук //Хозяйство Башкирии. 1929. №8—9; Работы по истории материальной культуры Урала за 15 лет //Проблемы истории материальной культуры. 1933. №9—10. Әҙәб.: К о р о б е й н и к о в А.В., О к о н н и к о в а Т.И. А.В.Шмидт — один из основателей Прикамской археологии. Ижевск, 2007.

М.Ф.Обыдённов

Тәрж. Д.К.Үзбәков