ӘБСӘЛӘМОВ Салауат Сабирйән улы [5.9.1954, БАССР‑ҙың Матрай р‑ны Һабыр а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) – 3.1.2005, Өфө], физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) шунда уҡ эшләй (1994—95 йй. БДУ‑ның Сибай филиалында тәбиғи фәндәр ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге тау тоҡомдарында магнит үҙсәнлектәре формалашыу моделдәрен әҙерләү м‑н бәйле. Ә. тәүге тапҡыр юғары баҫым аҫтында шыуҙырыу тәьҫиренең минералдарҙың магнетизмына йоғонтоһон өйрәнгән. Ә. тарафынан уйлап табылған барий ферриты нигеҙендәге даими изотроп магниттарҙы эшләү технологияһы “Магнит” ЯСЙ‑нда (Октябрьский ҡ.) индерелгән. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Магнитные свойства горных пород при высоких термодинамических параметрах. Саратов, 1988 (авторҙ.); Магнетизм горных пород при высоких термодинамических параметрах. Уфа, 1997 (авторҙ.).

М.Х.Балапанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов