ШМИДТ, Өфө р‑нындағы ауыл, Урыҫ‑Юрмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Юрмаш т. юл ст. К.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Һыуыҡшишмә й. (Юрмаш й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 154 кеше; 1920 — 227; 1939 — 273; 1959 — 146; 1989 — 153; 2002 — 296; 2010 — 406 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пун­кты, мәҙәниәт йорто, китапхана, часовня бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһында А.И.Волкованан һатып алынған ерҙәрҙә С.Д.Атаевтың алпауыт крәҫтиәндәре Атаевка исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Курочкино, Шмитовка, Натальино, Шиповка булараҡ билдәле булған. 1865 й. 16 йортта 99 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. (хәҙ. исемдә) ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев