ӘБСӘЛӘМОВ Мөслим Бәхтейәр улы [12.6.1932, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Юлдыбай а. (БР‑ҙың Йылайыр р‑ны) — 5.7.2009, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1983). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). Орск уҡытыусылар ин‑тын (1952), БДУ‑ны (1963) тамамлаған. 1952—92 йй. Юлдыбай урта мәктәбе уҡытыусыһы. “Тәүге бүләк” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1976 й. сыға. “Сонтор бала саҡ” (1983), “Берләм һуҡмаҡтар” (1989) йыйынтыҡтарына ингән повестар һәм хикәйәләренең төп темаһы — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында балалар яҙмышы. Һуғыш һәм батырлыҡ темаһын “Үрҙәр” (1993) повестар һәм хикәйәләр йыйынтығында дауам итә. “Хәлфә” (2004) романы авторы. Әҫәрҙәренең геройҙары — үҙҙәрендә әхлаҡи сафлыҡ, күңел байлығы, тормошҡа ҡарата талапсанлыҡ йөрөткән ауыл кешеләре. Тыуған ауылында Ә. уҡыған һәм эшләгән мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2012).

Ә ҫ ә р ҙ.: Бөтә кешеләр ҙә бер туған: әкиәт. Өфө, 1993.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов