ШМАРЕВ Алексей Тихонович (18.1. 1913, Терек өлк. Нальчик биҫтәһе — 2.6.1993, Мәскәү), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (1966). ТАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1983), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1987), СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1983). Грозный нефть ин‑тын тамамлаған (1938). 1930—32 йй. “Майнефть” тресы (Нефтегорск ҡ.) быраулаусыһы, 1938 й. алып “Ишимбайнефть” тресында звено, быраулау ҡоролмаһы, разведка, техник бүлек нач., бырау­лау контораһы дир., 1941 й. башлап һәм 1948 й. — “Туймазанефть”, 1943 й. — “Башнефтеразведка” (Стәрлетамаҡ ҡ.), 1944 й. алып “Ишимбайнефть” тресында идарасы, 1945 й. — “Башнефть” берекмәһендә нач. урынбаҫары. 1950 й. башлап “Тат­нефть” ПБ‑нда (Бөгөлмә ҡ.) нач., 1956 й. — СССР Газ сәнәғәте Баш идаралығы нач., 1957 й. — Татарстан ХХС‑ы рәйесе, 1960 й. — РСФСР ХХС‑ы рәйесенең 1‑се урынбаҫары, 1962 й. алып Урта Волга ХХС‑ы рәйесе, 1965 й. башлап РСФСР Геология министрлығының министр урынбаҫары. 1977—93 йй. Мәскәүҙә төрлө ғилми‑тикшеренеү ин‑ттарында эшләй. Ш. етәкс. респ. нефть ятҡылыҡтарында яңы быраулау (ш. иҫ. турбиналы быраулауҙы тиҙләтеү режимдары), нефть табыу техникаһы һәм технологиялары индерелгән. Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Ста­лин (1950), Ленин (1962) пр. лауреаты. Ленин (1948, 1956), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1942, 1950, 1963, 1968, 1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Ш. исеме м‑н Бөгөлмә ҡ. урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған.

Тәрж. А.Н.Күсеев