ӘБСӘЛӘМОВ Ирек Фәсхи улы (25.5. 1931, Сәмәрҡәнд ҡ. — 22.7.2008, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. д‑ры (1973), проф. (1975). Сәмәрҡәнд а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) шунда уҡ эшләй. 1979 й. алып Бөрө пед. ин‑тының зоология каф. мөдире, 1980 й. башлап Горький а.х. ин‑тында (1981 й. алып а.х. малдары анатомияһы каф. мөдире), 1983—2004 йй. БДАУ‑ҙа (1989—91 йй. эпизоотология, паразитология һәм микробиология каф. мөдире) эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. малдарының инфекцион ауырыуҙары һәм ағыуланыуы ваҡы­тында патоморфологияны, патогенезды өйрәнеүгә арналған. Ә. тарафынан һыйыр малының тояҡтарын ҡырҡыу өсөн прибор эшләнгән. 60‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Патогенетические механизмы некробактериоза и меры его профилактики Современные проблемы эволюционной морфологии и физиологии. Уфа, 1994; Эффективный метод борьбы с некробактериозом крупного рогатого скота //Современные проблемы ветеринарной медицины. Уфа, 1996.

М.Ҡ.Харисов

Тәрж. Г.А.Миһранова