ӘБСӘЛӘМ, Э т и м г ә н, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 58 км һәм Шартым т. юл ст. Т. табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 192 кеше; 1920 — 331; 1939 — 196; 1959 — 180; 1989 — 106; 2002 — 100; 2010 — 89 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1859 й. һәм 1866 й. араһында Троицк өйәҙе Ҡара һәм Барын‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Ҡыуаҡан улусы башҡорттары нигеҙ һала. Шулай уҡ Бәләкәй ауыл исеме м‑н билдәле булған. 1866 й. 27 йортта 171 кеше йәшәгән.Малс‑ҡ,игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев