БАШИЛОВ Пётр Петрович (16.3.1857, С.‑Петербург — 1919 й. авг., Тулун ҡ. янында), дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1914). Дворяндарҙан. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, яҡынса 1879) Юстиция министрлығы органдарында хеҙмәт итә. 1890 й. алып Радомск округ суды прокуроры урынбаҫары, 1904 й. — Курляндия ҡаҙна палатаһы идарасыһы. 1906 й. башлап Эстляндия, 1907 й. — Новгород, 1911—17 йй. Өфө губернаторы. 1911 й. ҡоролоҡтан зыян күргән Бәләбәй өйәҙе, Златоуст өйәҙе һәм Стәрлетамаҡ өйәҙе халҡына ярҙам, Беренсе донъя һуғышы йылдарында көнбайыш губерналарҙан килгән ҡасаҡтарҙы урынлаштырыуҙы һәм эш м‑н тәьмин итеүҙе ойоштора. 1918 й. сент. алып Өфө ҡала думаһы гласныйы, окт. — Ваҡытлы Себер хөкүмәте ЭЭМ‑ының дөйөм эштәр департаменты дир., дек. — Һамар‑Өфө крайының баш нач. ярҙамсыһы, 1919 й. июненән Иркутск губ. ЭЭМ‑ының махсус эштәр чиновнигы. 1918 й. июленән Өфө мәхәллә союзы советтары ағзаһы, Көнсығыш Рәсәй мәҙәни‑ағартыу йәмғиәтенең почётлы ағзаһы. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се, 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Изге Анна, 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

С.П.Звягин, А.Д.Казанчиев, Д.Ғүскилдин, Р.И.Ҡантимерова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика