ШМАКОВ Виктор Васильевич (30.9.1942, Пугачёв ҡ.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1971). БДУ‑ны тамамлаған (1969). 1962 й. алып Әлшәй р‑нында: мәктәптәрҙә уҡытыусы, “Дёма” (“Дим”; ҡара: “Альшеевские вести”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1965 й. башлап ВЛКСМ‑дың район ком‑тында бүлек мөдире, 1967 й. — “Знамя” (“Байраҡ”) гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1968 й. — Дим тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1971 й. алып “Ленинец” гәз. (1974 й. башлап бүлек мөдире), 1977 й. — “Советская Башкирия” гәз., 1989–2004 йй. “Вместе” (“Бергә”) гәз. (Өфө) эшләй. Ижт.‑сәйәси һәм иҡт. темаларға арналған мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1989). Х е ҙ м.: В далёкую Башкирию я еду через день. Уфа, 2014; И мне вышел “мессер” навстречу, прощай, я приму его в лоб… Уфа, 2015; Глаза твои — синее небо. Уфа, 2017.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов