ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡта — Баймаҡ, төньяҡ‑көнбайышта — Белорет, көнбайышта — Бөрйән, төньяҡта — Учалы р‑ндары һәм көнсығышта Силәбе өлк. м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Тамъян‑Ҡатай кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Баймаҡ р‑нына бирелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 4289 км2. Адм. үҙәге — Асҡар а., Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 350 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) көньяҡ‑көнбайышҡа табан 47 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 33,0; 1959 — 33,4; 1989 — 38,9; 2002 — 43,3; 2010 — 45,5. Милли составы: баш­ҡорттар — 88,0%, урыҫтар — 8,4%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 9,5 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 91 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Асҡар (7,6 мең кеше), Красная Башкирия (2,4 мең), Сиҙәм (1,4 мең) ауылдары.

Ә.р. Уралтау зонаһы һәм Магнитогорск мегасинклинорийы сиктәрендә урынлашҡан. Көнбайыш өлөшөндә Уралтау, Ирәндек, Ҡырҡтытау (иң бейек урыны — Ҡараташ тауы, 1118 м) һырттары тау‑урман зонаһын барлыҡҡа килтерә; көнсығыш өлөшөн Урал й. үҙәненә табан һөҙәкләнгән теҙмә‑сусаҡлы тигеҙлек биләй. Район терр‑яһында йөҙләү ташы: мәрмәрләнгән эзбизташ (Рысҡужа йөҙләү ташы ятҡылығы, Төньяҡ Амангилде йөҙләү ташы ятҡылығы); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Ташҡаҙған); кирбес‑черепица сеймалы: балсыҡ (Тупаҡ) һәм ҡомло балсыҡ (Йәнгел, Красная Башкирия); төҙөлөш ташы: туф һәм андезитлы порфирит (Абҙаҡ), туф‑брекчия (Ҡолоҡас), магма тоҡомдары (Сивик, Әйүкә‑II), ер аҫты һыу­ҙары (Оло Ҡыҙыл) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса йылы, бер аҙ ҡоро.

Уртаса йыллыҡ т‑ра 1,4°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15,5°С, июлдә — 17,6°С. Абс. макс. т‑ра 39°С, абс. миним. т‑ра ‑42°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 350—400 мм, йылы осорҙа 200—250 мм. Тау‑урман зонаһында климат тигеҙлек‑дала зонаһындағы климатҡа ҡарағанда артыҡ ҡоро түгел, һырттар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы күҙәтелә. Гидрографик селтәрҙе Йәнгел, Ҡағы, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл, Һаҡмар йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары барлыҡҡа килтерә. Тау эргәһендәге зонаның теҙмә‑ара уйпатлыҡтарында күлдәр (Атауҙы, Ҡарабалыҡты, Мулдаҡкүл, Өскүл, Сабаҡты, Суртанды, Сыбаркүл, Яҡ­тыкүл һ.б.) ята, уларҙың ҡайһы берҙәренең төбөндә минераль ләм ултырмалары бар. Райондың көнбайыш өлөшөндә ҡарағай һәм ҡайын‑ҡарағас урмандары таралған, һоро урман тупрағы, битләүҙәрҙә — йоҡа ҡатламлы ташлы ҡара тупраҡ, уйпатлыҡтарҙа йыуылған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә; көнсығыш өлөшөндә ябай ҡара тупраҡтағы ҡылған һәм төрлө үлән үҫкән далалар таралған. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Көркәк (Көркәк һырты), Тағанташ, Ҡоҙғонташ (Ирәндек һырты), Ҡараташ (Ҡырҡтытау һырты) тауҙары, Бабай, Ҡушай һәм Һандыҡ түбәләре м‑н Ҡырҡтытау һырты участкаһы, Ултыҡ‑Ҡарағас һәм Һыуосҡан төбәктәре (Ҡырҡтытау һырты), Асҡар а. янындағы һары умырзая популяцияһы, Ҡараһыйыр ҡарт ҡарағасы, Буранғол а. ҡарт ҡарағас, Мулдаҡкүл, Яҡтыкүл күлдәре, Үләнде күленең көнсығыш яры, Атауҙы күленең көнбайыш һәм көньяҡ ярҙары, Яҡтыкүл курортын тау‑санитария һаҡлау округы — тәбиғәт ҡомартҡылары.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 205,7 мең га (дөйөм майҙандың 48,0%‑ы) тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 76,7, сабынлыҡтар — 52,0, көтөүлектәр — 76,9; урмандар майҙаны — 162,8, ер өҫтөһыуҙары — 7,2. Район Урал аръяғы дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [15 ЯСЙ, 3 АХПК, ш. иҫ. “Красная Башкирия”, 163 крәҫтиән (фер­мер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ, һарыҡсылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында Әбйәлил сорт һынау участкаһы, элеватор, Әбйәлил урмансылығы, “Әбйәлил урманы” ЯСЙ урынлашҡан. “Башспецматериалы”, “Потенциал Недр”, “Информтехника”, “Коммунальщик” ЯСЙ‑лары пр‑тиелары, кирбес з‑ды, “Абзелилспецкомобслуживание” МУП‑ы, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Көньяҡ Урал т. юлы (Белорет—Магнитогорск, Магнитогорск—Сибай участкалары), Магнитогорск—Ира, Амангилде—Баймаҡ, Асҡар—Дәүләт—Магнитогорск автомобиль юлдары үтә. Район терр‑яһында Магнитогорск ҡ. халыҡ‑ара аэропорты урынлашҡан.

Районда ПУ, 62 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. Асҡар урта мәктәбе №1, Ҡаҙмаш урта мәктәбе, гимназия, балалар йорто (Рауил а.), 20 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, балалар ижады йорто, йәш техниктар станцияһы, ДЮСШ, “Юрға” ат спорты мәктәбе, “Батыр” физкультура‑һауыҡтырыу комплексы; үҙәк район һәм 2 ауыл участка дауаханаһы, 5 ауыл амбулаторияһы, 59 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, хоспис (Салауат а.), “Яҡтыкүл”, “Юбилейный” шифаханалары; 72 клуб учреждениеһы, 31 китапхана, Әбйәлил музейы, Күсемов Т.Т. музейы бар. 27 халыҡ, ш. иҫ. “Дуҫлыҡ” һәм “Йәшлек”, һәм 9 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Абзелил” һәм “Осҡон” гәз. нәшер ителә.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке

Карта района