ӘБЙӘЛИЛ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1991). Әбйәлил р‑ны Асҡар а. урынлашҡан. 1990 й. йәмәғәтселек башланғысында Әбйәлил тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола. 1995 й. экспозицияһы асыла. Музей фондында 2,1 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. бронза ураҡ һәм балта, боронғо яугирҙың һайманы, сармат хәнйәре һәм ҡылысы, зиннәтле ат егеү кәрәк‑ярағы, ҡымыҙ өсөн күн һауыт, балсыҡтан яһалған әйберҙәр һ.б., бар. 7 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, археология, этнография, хәрби һәм хеҙмәт даны, нумизматика бүлектәренән тора.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов