ШЛЯХОВ Дмитрий Юрьевич (15.2. 1967, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка ҡала тибындағы ҡсб — 3.11.2016, шун­да уҡ), спортсы. Парашют спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2004). Авиация-техник спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (Күмертау ҡ.; тренерҙары В.П.Барсуков, А.К.Котенков), 1994 й. алып Рәсәй Хәрби‑һауа көстәре өсөн сығыш яһай (В.Е.Валюнас, А.Г.Лепезин). РСФСР‑ҙың (1991), Рәсәйҙең (1995, 2008), Рәсәй Хәрби‑һауа көстәренең (1999, 2004—05) абс. чемп., донъя (1995) һәм БДБ (1998, 2007) кубоктарын абс. яулаусы. Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са парашют м‑н яңғыҙ һикереүҙә һәм акробатикала РСФСР (1991) һәм Рәсәй (1993) чемп., Рәсәй чемпионаттарының көмөш (1995, 1997, 2001) һәм бронза (1993, 2008, 2015) призёры, БДБ кубоктарының күп тап­ҡыр көмөш һәм бронза призёры, билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са парашют м‑н төркөмләп һикереүҙә Европа (1995), СССР (1990—91), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1991) чемп., команда зачётында Европа (1995), СССР (1990—91) һәм Рәсәй (2013) чемпионы. Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү б‑са төркөмләп һикереүҙә (1996), команда зачётында (1996— 97) Рәсәй Ҡораллы көстәре чемпионы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1989—91).

Тәрж. Г.А.Миһранова