ӘБЙӘЛИЛ БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ХОРЫ, Әбйәлил районы мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ хор ы.1972 й.Әбйәлилр‑нының Асҡара. ойошторола, 1978й. “халыҡ” исемен ала. БР‑ҙың атҡ. халыҡ ижады коллективы (2014). Репертуарында Р.Л.Ғәбитовтың “Уралды маҡтау” поэмаһы, Ҡ.Даян шиғырына Ш.Ш.Ибраһимовтың “Дилә”, Я.Ҡолмой шиғырына К.Й.Рәхимовтың “Башҡортостан”, Р.В.Сәлмәновтың үҙ шиғырына “Әбйәлил” әҫәрҙәре; “Аҡһаҡ ҡола”, “Каруанһарай”, “Кутузов”, “Ҡуңыр буға” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарының хор өсөн эшкәртмәләре һ.б. бар. Кремлдең съездар һарайында Урыҫ хор ойошмаһының 100 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнаша (Мәскәү, 1979). Бөтә Союз (Куйбышев ҡ., 1972; Свердловск ҡ., 1977) һәм бөтә Рәсәй (1982, 1985) художестволы ижад смотрҙары, респ. халыҡ ижады фестивалдәре (1995, 2000; бөтәһе лә — Өфө), “Ағиҙел йондоҙҙары” (“Звёзды Белоречья”) хорҙар һәм вокаль ансамблдәр фестивале (Белорет ҡ., 2001, 2006, 2013), Бөтә Рәсәй хор фестиваленең төбәк (Өфө) һәм округ (Түб. Новгород) этаптары (2016) лауреаты. Ойоштороусыһы – Ш.М.Бикмөхәмәтов; художество етәкселәре: БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре Ф.Й.Ҡоҙаярова, Р.Б.Ҡорманаев.

 Тәрж. Р.Р.Абдрахманов