ӘБЙӘЛИЛ”, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Дәүләт ауылы. 1961 й. 22‑се партсъезд ис. к‑з булараҡ ойошторола, 1991 й. алып Әбйәлил тәж.‑производство хужалығы, 2001й. —“Ә.” МУАХП, 2006 й. ябыла. Урман‑дала һәм Урал аръяғы дала зоналары өсөн игенселек һәм малсылыҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперименталь базаһы булып торған; күп йыллыҡ үләндәр орлоҡсолоғона, соя, көнбағыш үҫтереүгә, һыйыр малының симменталь тоҡомон һәм башҡорт атын үрсетеүгә махсуслашҡан. Составына Дәүләт, Ҡушый һәм Яңауыл бүлексәләре ингән. “Ә.” м‑н Э.М.Кузеев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.Д.Әхмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина