ӘБЙӘЛИЛ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Моһаҡ й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 170 кеше; 1959 — 443; 1989 — 717; 2002 — 741; 2010 — 496 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ бар.

Ауылға 1921 й. Тамъян‑Ҡатай кантонында нигеҙ һалына. 1939 й. Әбйәлил МТС‑ы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 60‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев