“БАШЗООВЕТСНАБ”, ААЙ. Биологик препараттар, дезинфекциялау һәм дауалау саралары, ш. уҡ зоотехник һәм ветеринар тәғәйенләнешле ҡорамалдар һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Дәүләкән, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Яңауыл ҡҡ., Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. филиалдары бар. 2009 й. 101 кеше эшләгән; тауар әйләнеше (млн һум): медикаменттар — 39,8; дезинфекциялау саралары һәм биопрепараттар — 27,1; хирургия, зоотехника, лаб. ҡорамалдары һәм инструменттары — 15,1. 1932 й. Бөтә Рәсәй “Ветснабпром” тресы Ҡазан ветеринария складының дарыухана ветеринария магазины булараҡ төҙөлә, 1937 й. алып “Ветснабсбыт” Башҡ‑н контораһы (1952 й. башлап “Зооветснаб”), 1965 й. — “Зооветснаб” респ. берекмәһе, 1994 й. — хәҙ. исемен йөрөтә, 1998 й. — ДУП, 2008 й. алып хәҙ. статусын ала.

А.П.Кисаев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика