ШЛЁМОВ Валерий Николаевич [14.2.1950, Тирлән ҡсб (Белорет ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а.], электрик. СССР‑ҙың почётлы металлургы (1976). 1971—2010 йй. Белорет металлургия комб‑тында эшләй: электромонтёр, 1983 й. алып һәм 2005 — 09 йй. электр ҡорамалдарын ремонтлау мастеры, 1999 й. башлап электрик. 1987 й. Алжирҙа эшләй. Ш. ҡатнашлығында прокатлау клеты һәм таҙа блоктарҙың автоматлаштырылған электр приводтары, һуҙмайынса прокатлау системаһы индерелә. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1987).

Тәрж. А.Н.Күсеев