ӘБЕШ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай.Район үҙәгенән Т.38 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 36 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан.Халҡы:1906 й.—340 кеше; 1920 — 322; 1939 — 206; 1959 — 200; 1989 — 75; 2002 — 99; 2010 — 78 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Илекәй‑Мең улусы Ҡунҡаҫ а. (хәҙ. Әлшәй р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (9 йортта 57 кеше иҫәпкә алынған). Тәүге төпләнеүсе Әбеш Иштин (Иштәкәев) исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ыҡбаш булараҡ теркәлгән. 1865 й. 30 йортта 153 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев