• Печать

ШЛАНЛЫКҮЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Ҡыйҙаш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1431 кеше; 1920 — 1400; 1939 — 1285; 1959 — 564; 1989 — 276; 2002 — 282; 2010 — 251 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Соц.‑мәҙәни үҙәк бар, уның бинаһында башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана урынлашҡан.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултырған. 1795 й. 30 йортта 194 кеше йәшәгән (башҡорттар, типтәрҙәр, мырҙалар иҫәпкә алынған), 1865 й. 201 йортта — 1389 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. 3 мәсет, министрлыҡ мәктәбе, земство мәктәбе теркәлгән. 12‑се башҡорт кантонының үҙәге булып торған (1850 йй.). Ғ.Х.Байтирәков, Н.‑Ғ.Н.Байтирәков, М.Р.Мәүлитов, Р.Р.Мәүлитов, Н.Саҡаев, Ғ.Ш.Сыртланов, Ш.Ш.Сырт­ланов, Я.З.Төхвәтуллин ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев