ӘБЕТ, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Нөгөш й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Хал­ҡы: 1906 й. — 319 кеше; 1920 — 463; 1939 — 284; 1959 — 309; 1989 — 282; 2002 — 279; 2010 — 222 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Нөгөш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Сәнкем‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Үрге Эткөсөк исеме (улус старшинаһы ярҙамсыһы Эткөсөк Санғошов исеме б‑са) м‑н нигеҙ һала, 1795 й. алып билдәле (60 йортта 288 кеше иҫәпкә алынған). Шулай уҡ Димйән булараҡ теркәлгән. 1865 й. 6 йортта 19 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй, паром кисеүе иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсептәре булған. Ф.Т.Күзбәков, Н.М.Әхмәрова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев