ШЛАНЛЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Семёнкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 28 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 896 кеше; 1920 — 1024; 1939 — 994; 1959 — 831; 1989 — 757; 2002 — 648; 2010 — 702 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, сиркәү бар.

Ауылға 1760 й. Нуғай даруғаһы терр‑яһында Ҡазан губернаһының Зөйә һәм Чебоксар өйәҙҙәренән яңы суҡындырылған сыуаштар Берекмә исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 87 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 53 йортта — 424 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ сиркәү (1902 й. төҙөл­гән), министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән. Л.А.Фёдоров ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев