ӘБЕЛХӘЙЕР, Б а л ғ а й ы р б а т ы р (1693—1748), Ҡаҙаҡ ханлығының Кесе йөҙ ханы (1710 й. алып). 18 б. 20‑се йй. Кесе йөҙҙөң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүе һәм башҡорт, ҡалмыҡ, Яйыҡ казактарының ҡаҙаҡтар м‑н мөнәсәбәтен көйләү б‑са ҡаҙаҡ‑Рәсәй һөйләшеүҙәре инициаторы. 1731 й. 10 окт. Кесе йөҙҙөң Рәсәй империяһына ҡушылыуы т‑да килешеүгә ҡул ҡуя. Башҡорт ихтилалдары (1735—40) барышында баш күтәреүселәргә ярҙам вәғәҙә итә, әммә 1737 й. көҙөндә В.Н.Татищев м‑н ихтилал хәрәкәтен баҫтырыуҙа ҡатнашыу т‑да килешеү төҙөй. Декабрҙә 2 меңлек ғәскәр м‑н Башҡортостанға килә, баш күтәреүселәрҙе ғәйебен танып, баш һалырға саҡыра һәм аттарын тартып алыу һ.б. язаларҙан ҡотҡарыуҙа ярҙам вәғәҙә итә. Бер үк ваҡытта ҡаҙаҡ далаларында йәшеренгән баш күтәреүсе­ләрҙе тотоп хөкүмәткә тапшырырға күрһәтмә бирә. 1743—47 йй. И.И.Неплюевтыңаманатты алмаштырыуҙан (бер хан улын икенсеһе м‑н) баш тартыуына яуап итеп Ырымбур сик һыҙығына, сауҙа каруандарына, Яйыҡ казактары торамаларына һөжүм итә. Ҡаҙаҡ ханлы­ғының Урта йөҙ ханы Бараҡ тарафынан үлтерелә. Олкейек й. буйында, уға Ҡабырға й. ҡойған урында (хәҙ. Ҡаҙағстан терр‑яһы) ерләнгән.

Әҙәб.: А к м а н о в И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987; Р ы ч к о в П.И. Топография Оренбургской губернии. Уфа, 1999; Т а й м а с о в С.У. Башкортостан и Казахстан в период становления Оренбургской губернии. Стерлитамак, 2006; Е р о ф е е в а И.В. Хан Абулхаир: полководец, правитель и политик. Алматы, 2007.

Тәрж. М.Х.Хужин