“БАШЗОЛОТО”, 1) трест. 1922 й. Йылайыр кантонында урынлашҡан алтын табыу пр‑тиеларын берләштергән Башҡ‑н тау тресы (Башгортрест) булараҡ ойошторола; 1929 й. — Башҡ‑н алтын-баҡыр комб‑тына, 1931 й. 1‑се Башҡ‑н алтын‑баҡыр комб‑тына үҙгәртелә. 1932 й. 1‑се һәм 2‑се (1931 й. асылған һәм тармаҡтың Учалы һәм Белорет р‑ндарында урынлашҡан пр‑тиеларын үҙ эсенә алған) комб‑ттар нигеҙендә “Башцветметзолото” тресы ойошторола, 1933 й. “Б.” тип үҙгәртелә, 1954 й. ябыла. “Б.” составына (1934) Байҡара, Бөйҙө, Бүребай, Ильин, Мулдаҡай, Поляковка, Түбә, Әбйәлил, Әүжән-Петровский прииск идаралыҡтары, Баймаҡ тау-металлургия пр‑тиеһы, Йылайыр прииск партияһы, Тау ҡорамалдары з‑ды (Өфө) һ.б. ингән. 1929—34 йй. алтын сығарыу 7165 кг тәшкил иткән, 1935—39 йй. — 9773, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — 8808 кг. Шулай уҡ ҡара: Алтын табыу сәнәғәте.

2) Дәүләт производство пр‑тиеһы. 1993 й. Учалы ҡ. нигеҙ һалына, 1998 й. ябыла. Составына Миндәк руднигы, Түбә руднигы, “Уралзолоторазведка” Урал комплекслы геол. разведка экспедицияһы (Өфө) бүлендек пр‑тиелары ингән.

Д.Ғүскилдин, В.Н.Макарова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика