ШКАПОВ ГАЗ ЭШКӘРТЕҮ ЗАВОДЫ. Эйәрсен нефть газын һәм еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Бәләбәй р‑ны Приют ҡасабаһында урынлашҡан. Составына компрессор станцияһы (1959 й. асылған); газды көкөрттән таҙартыу (1982), май абсорбциялау, газ фракциялау ҡулайламалары; тауар‑резервуар паркы; тултырыу‑ҡойоу эстакадаһы (бөтәһе лә – 1960) һ.б.инә.Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә. 1958 й. “Башнефтегаз” тресының Шкапов газ‑бензин з‑ды (1998 й. тиклем ВЛКСМ‑дың 40 йыллығы ис. з‑д) булараҡ ойош­торола, 1959 й. файҙаланыуға тапшырыла; 1968 й. башлап Ш.г.э.з., 1988 й. алып “Башнефть” ПБ составына инә. 1998 й. башлап Туймазы газ эшкәртеү з‑дының, 2003 й. – “Аксаковнефть” НГДУ‑һының, 2005 й. – “Башнефть” АНК филиалы “Башнефть—Ишембай” ААЙ‑ның, 2010 й. — “Ишимбайнефть” НДГУ‑һының газ эшкәртеү производствоһы. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр Нефтехимия производстволары ҒТИ ҡатнашлығында пентан фракцияларын меркаптандарҙан таҙартыу процесы үҙләштерелә (1988).

Р.С.Ғилметдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов